“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт - страница 3
Алдараҡ килтерелгән картанан күренеүенсә, һыу баҫыуының 1-се моделенә ярашлы Евразияның уйпат ерҙәре бик ҙур майҙанды ҡаплаған һыу аҫтында ҡалған саҡтар булған. Уралды көнсығыштан да, көнбайыштан һәм көньяҡтан өҫкө кимәле унан күпкә түбәнерәк бик киң территориялар уратып яталар. Ҡобайыр хәбәр итеүенә ҡарағанда, фәндәге шул диңгеҙ тураһындағы ҡараш нигеҙҙә дөрөҫкә тап килә, ахрыһы. Нәҡ ошо диңгеҙ Уралды уратып алып, унда “ҡоро ер” ҡалдырған.
Ҡобайырҙа иҫкә алынған ваҡиғаларҙың ваҡытын түбәндәге юлдарҙан самаларға мөмкин:
470. –
Борон беҙ тыуған ерҙә,
Атайҙар үҫкән ерҙә
Үлем була торғайны:
––
480. Ерҙең өҫтөн һыу ҡаплап,
Ҡоро ере бөткән һуң;
Ҡасҡан – боҫҡан кешкләр
У тирәнән киткән һуң.
––
––
Әсәң мән беҙҙең ҡасып
Киткәнде у күрмәне.
Был йәнбирҙе ҡарттың улдары Урал менән Шүлгәнгә һөйләгән һүҙҙәренең бер өлөшө. Тимәк, Йәнбирҙе менән Йәнбикә Урал тауҙары янындағы түбәнерәк урындарҙы әлеге диңгеҙ һыуы баҫа башлағас, ҡоро ер эҙләп, ошонда – Урал тауҙары араһына килеп юлыҡҡандар борон заманда. Был диңгеҙ ҡоро ерҙе бик яй, быуаттар дауамында ғына баҫҡан; уның иң тәрән ваҡыты әлеге Ҡара диңгеҙҙе Урта ер диңгеҙе менән тоташтырған проливтар йырылып киткән мәлгә тап килә, тип фаразлана, сөнки шунан һуң ғына Көнсығыш Европаны Һәм Урал тауҙарынан көньяҡтараҡ ятҡан ерҙәрҙе ҡаплаған диңгеҙҙең һыуы Атлантик окаенға ағып китеп, ошо ерҙәр һыуҙан ҡотолған. Был ваҡиға бынан 11640 йыл элек булған, тип раҫлау ҙа бар[7], ләкин сама менән 10-15 мең йыл, тип әйтелгәне ышаныслыраҡ булыр һымаҡ[2]. Ә ҡарт үҙе тыуған еренән Урал тауы ҡалҡыулыҡтарына байтаҡҡа алданыраҡ, диңгеҙ баҫа башлағас уҡ, килгәндер тип алһаҡ, “Урал батыр” ҡобайырындағы тәүге ваҡиғалар бынан йә 10 меңдән, йә 11640, хатта 15 мең йылдан да боронғораҡ булып сыға(Бында Йәнбирҙенең иҫкә алған хәбәрендәге “борон” һүҙенә ул ҡарттың үлемдән ҡасып ҡотолоп, бәлки быуаттарҙан элегерәк ваҡиғаларҙы ла “үҙе хәтерләгән” рәүештә һөйләүе мөмкин булыуын иҫтә тоторға кәрәктер).
Йәнбирҙенең һүҙҙәренән ваҡиғаларҙың ваҡытын икенсе яҡтан килеп тә билдәләп була. Ул:
490 –
Беҙ килгәндә, мында әле
Йәнлектәр ҙә аҙ ине,
Ере лә йүнле кипмәгән,
Уаҡ – уаҡ күллек, һаҙ ине, – тип һөйләй.
Был- бик ҡыҫҡа булһа ла, ғәйәт тулы итеп һүрәтләнгән тундраға оҡшаш ландшафт. Ундай тәбиғәт шарттары беҙҙең тирәлә һуңғы оло боҙланыу осоронда – бынан 18000-12000 элегерәк йылдар араһында булған, шул урындарҙа мамонттар йәшәгән[6]. (Ул мамонттарҙың һүрәттәрен Шүлгән – таш мәмерйәһендә әле лә күрәбеҙ[7]). Шуныһы мөһим: Йәнбирҙенең был һүҙҙәрендә ул иҫкә алған әүәлге заманды “әлеге” донъя шарттарына – уның улдары йәшәгән көндәргә – ҡапма – ҡаршы ҡуйыуы күренеп тора. Тимәк, ул уллы булып, улары үҫеп етеүгә донъя хәлдәре ныҡ үҙгәргән – ере кипкән, йәнлектәр күп һ.б. Бындай ҡырҡа үҙгәрештәр Уралда Ерҙәге оло һуңғы боҙланыу осоро тамамланып, климаттың ныҡлы йылыныуы осоронда күҙәтелгәне бәхәсһеҙ һымаҡ. Бындай күренеш һуңғы тапҡыр бынан 12000йыл самаһы элек, плейстоцендән һуң голоцен – хәҙерге климат шарттары – урынлашҡан осорҙа булған, тип һанала[1], һ.б.
3.Туфан ҡалҡҡаны
Уның башланыуы ҡобайырҙа ошолай иҫкә алына:
4380 –
Берҙә –бер көн бар ерҙә
Күк – кумгәк һыу эркелгән,
Күк йөҙөндә ҡып – ҡыҙыл
Ялҡынлы ут бөркөлгән.
Күктә ҡош-ҡорт осалмай,
Ерҙә бер йән торалмай,
––
“Берҙә –бер көн бар ерҙә… һыу эркелгән”. Ошо һүҙҙәр һыу баҫыу ваҡиғаһының башланыуын көндәр менән генә һынап күрһәтә, ә айлап йәки йылдар дауамында яйлап килгән бәлә рәүешендә аңларға урын ҡалдырмай. “Бар ерҙә” тигән һүҙҙәрҙең беҙҙең, Көньяҡ Урал, шарттарында ул һыуҙың бик күп булыуына ла ишара итеп һанарға була, сөнки был тирәлә беҙҙә, хатта “ялан яғы” тип аталып йөрөтөлгән тигеҙерәк урындарҙа ла, “тау яғы”на ҡарағанда тәпәшерәк булһа ла, сағылдар, түбәләр, йырҙарға ингән арҡалар бар. Шулай итеп, килеп баҫҡан һыу шул юғарыраҡ урындарҙа ла эркелгәнгә күрә, уның ифрат күп булыуын танырға тейешбеҙ. Ниһәйәт, аңлатмалы һүҙлектә был һүҙҙең үҙен(эркелеү) “бер юлы бер урында күпләп йыйылыу”, тип аңлата. Ҡобайырҙа урын алған ошо бик күп һыуҙың ҡапыл килеп баҫыуы тураһындағы хәбәрҙән Көньяҡ Уралды һыу баҫыуы юғарылағы икенсе моделгә тап килә, тигән һығымта яһарға мәжбүр булабыҙ, тәүге ҡарашта уҡ. Тимәк, бар ерҙә эркелгән һыу – Төньяҡ боҙло океандан килеп баҫҡан диңгеҙ һыуы булғандыр, ахрыһы, тип уйларға тура килә. Артабан ошоно иҫтә тотайыҡ.