Читать онлайн Юнир Вагапов - “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт
Инеш
20 – се быуаттың иң аҙағында һәм был быуаттың башында ғына Ерҙең иң яңы геологик тарихы һәм шул осорҙоң географияһы өлкәләрендә ғәжәп фәнни асыштар мәғлүм булды. Шуларға ярашлы Ерҙәге һуңғы бөйөк боҙланыу дәүерендә – бынан 12000-18000 йылдар элгәре ваҡыт арауығында – Евразия һәм Америка ҡитғаларының Төньяҡ боҙло океанға ҡараған ярҙарында ғәйәт ҡалын, башлыса боҙҙан торған, быуа барлыҡҡа килеп, океанға аҡҡан йылғаларҙың тамағын япҡан. Шул сәбәпле һуңғыларының һыуы ара – тирәләге тигеҙлектәрҙе баҫҡан һәм Евразияның төньяғындағы тигеҙлектәрендә океанға оҡшаш бик ҙур сөсө һыулы диңгеҙ хасил булған. Ошо диңгеҙҙә Урал тауҙары утрау хәлендә ҡалған, сөнки ул диңгеҙ һай булған(Анығыраҡ әйткәндә, Урал архипелагы рәүешендә). Күрһәтелгән боҙланыу дәүерендә һыу баҫыу ваҡиғалары тағы бер төрлө, планета кимәлендәге һәләкәттәр рәүешендә лә, булып үткәндәр, тигән теория ла бар. Был фәнни ҡарашҡа ярашлы төньяҡтағы дамба Европа менән Америка араһындағы океанды ла быуған, сөнки шул аралағы һыу төбөнә тиклем туңған(иң тәрән урын 3900м. самаһы).
Ошо мәлдән һуң әлеге Төньяҡ боҙло океан өҫтөндә яуым-төшөм менән килгән һыу туңып тупланып, Төньяҡ ҡотоп тирәһендәге океандағы боҙ ҡатламы ҡитғаларҙан 1 километрҙан юғарыраҡ күтәрелгән. Һирәк-һаяҡ, йә тегендә, йә бында ошо боҙ ҡатламы аҫтындағы һыу, “ҡапҡасын” емереп сығып, көньяҡҡа – Донъя океанына ағып төшкән. Ул ағымдың тәрәнлеге йөҙҙәрсә метр, тиҙлеге сәғәтенә – 200-250 км-ға, киңлеге -1000км-ға еткән тип иҫәпләнә. Шул ағымдың береһе Урал тауҙары буйлап үтеп, Иран аша ла юл табып, Һинд океанына ҡойған.
Аталған фәнни яңылыҡтар “Урал батыр”ҙың иң фантастик өлөштәренә лә тәбиғәт фәндәренә таянып ҡабаттан ҡарарға мөмкинлектәрҙе ныҡ киңәйтте. Был китап ошо йүнәлештәге тәүге аҙымдарҙың береһе, буғай. Теләгән уҡыусы беҙҙең яһаған һығымталарыбыҙға ҡул һелтәп кенә ҡуйырға байтаҡ етешһеҙлектәр таба алыр, сөнки “Урал батыр” ҡобайырындағы тәбиғәттең серҙәренә төшөнөү – үтә ҡатмарлы бурыс. Ҡобайырҙағы тәбиғәткә булдыра алғанса иғтибар менән мөнәсәбәтебеҙҙең ҡайһы бер һөҙөмтәләрен килтерәбеҙ.
1. Йәнбирҙе менән Йәнбикә йәшәгән дүрт яғын диңгеҙ уратҡан урын – әлеге Урал тауҙары. Улар унда һыу баҫыуҙан ҡасып килеп, улдары Уралды тапҡандар.
2. Ҡобайырҙағы тәбиғәт күренештәрен һәм ваҡиғаларын бөгөнгө фән ярайһы уҡ аныҡ билдәләгән. Шул ваҡиғаларҙың ваҡыты:
– Йәнбирҙеләр Уралға килеп юлыҡҡанда күргән ундағы тундраға оҡшаш ланшафт 11640 йыл элгәре(10мең – 15 мең, тип самалау ҙа бар) – Босфор, Дарданел проливтары йырылып киткәс – әлеге рәүешкә табан үҙгәргән; шунан һуң был заманда дауам иткән йылы Голоцен периоды башланған;
– Йәнбирҙе ҙурайып килгән улдары менән һөйләшкән ваҡытта донъялар ныҡ үҙгәргән: ер кипкән, төрлө йәнлектәр күбәйгән. Тимәк, Урал батырҙың үҫмер сағы Голоцен башланған, йәғни бынан 12000 йыл самаһы элеккә тура килә;
– “Бер ҙә бер көн бар ерҙә күк – күмгәк һыу эркелгән”, тигән күренеш Уралда кәмендә 7,6 мең, йә 9,6 мең, йә иһә 11,5 мең йыл элгәре булыуы мөмкин. (Төньяҡ боҙло океандан ағып сыҡҡан һыуҙың Донъя океанына ҡойолған иң һүңғы өс осрағы шул ваҡыттарҙа булып үткәндәр). Шуларҙың ҡайһыһы беҙҙән аша үткәнен аныҡлау бурысы тора Оло “Урал батыр”ҙы өйрәнеүселәр алдында.
3. Әлегә емереп һатып ашалмаған Тратау, Куштау һәм Йөрәктауҙың тышҡы ҡиәфәтендә уларҙы күмеп төньяҡтан көньяҡҡа ағып ятҡан һыуҙың эҙҙәре ярылып ята. Бәлки был күренеш “Урал батыр”ҙағы дейеүле Туфан һыуының һөҙөмтәһелер.
4. Ҡобайырҙа бәйән ителгән арыҫлан менеү, уның балаһын Йәнбикәнең ҡасан теләһә, шул саҡта ашауы, киң диңгеҙҙән дейеү кәүҙәләренән тауҙар ҡалҡыуы, дейеүле күлдәрҙең һыуының эсергә яраҡһыҙлығы, йылғаларҙы батырҙар табып йырғаны, йәншишмә һыуы, Урал батырҙың ике Ҡояштың береһен атып төшөрөүе, Аҡбуҙаттың һыу эсендә йәшәүе һ.б. – былар бөтәһе лә ысынбарлыҡтан тыуған риүәйәттәр.
5. “Ҡайыҡ яһап бар кеше һыуға батып үлмәгән”дәрҙе хәтәр ағын дейеүле һыу ике-өс тәүлектә Иран яҫы таулыҡтарына алып барып еткергән. Шунда етеп Уралды(илен) юғалтҡан халыҡтың улдары “ат менерҙәй ир буғас” Уралды эҙләп тапҡандар.
6. Шүлгән – таш мәмерйәһендәге һүрәттәр Оло “Урал батыр”ға иллюстрациялар булыуының ихтималлығы бик юғары. Унда Йәнбирҙе – һунарсы йәнлек аулау өсөн ҡулланған үтә лә камил, ябай йәтмә –ау – мәҫкәү кеүек, кейек һәм ҡоштарҙы үҙе эләктерә торған күп төрлө ҡоралдарҙың төҙөлөшө күрһәтелгән.
7. Йәнбирҙе менгән, Урал батыр менән Шүлгән атланып Үлемде эҙләргә сығып киткәндәге “арыҫлан”, беҙҙеңсә, палеонтологияла “ҡылыс тешле юлбарыҫ” тип аталған, арыҫланға оҡшаш яныуар булырға тейеш. Был бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йыртҡыстың бик эре яныуарҙар менән туҡланыуы мәғлүм, ләкин нисек итеп ул йыртҡыс ҡорбанын үлтергән, ә унан һуң уның итен кимергән һ.б. – былар йомаҡ ине. Беҙгә ошо мәсьәләнең ябай сиселешен теоретик нигеҙләргә насип булды. Йомаҡтың асҡысы шул – ул йыртҡыс ҡорбанының аяҡтарын ғына яралап йығып һалып, уны, мәҫәлән, мамонтты, тере көйө яйлап ашаған… Был яҙмаларыбыҙҙа Йәнбирҙенең ошо “арыҫланы” тураһында ла байтаҡ хәбәр бар, ә мәмерйәләге мамонт һүрәттәре араһындағы береһен беҙҙең фаразды раҫлаусы дәлил, тип һанайбыҙ.
8. “Урал батыр”ҙағы боронғо тәбиғәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең бөгөнгө фәнни ҡараштарға тап килеүен, хатта раҫлауын, ҡобайырҙағы рухи мираҫты(С.Ғәлләмов) аңлатыу өсөн тик бер фаразға ғына таянырға мөмкин: Урал тауҙары утрауында Туфандың емергес һәләкәтенә тиклем шунда һыу баҫыуҙан ҡасып килеп тупланған күп һанлы ҡәбиләләрҙең үҫешкән, үҙенсәлекле, таш быуаттар технологияһына нигеҙләнгән, әлегә фәнгә бик аҙ билдәле булған ниндәйҙер працивилизацияһы йәшәгән, ахрыһы.
1. Кешелек тарихында донъяны һыу баҫыуының
сәбәптәре тураһында фәнни теориялар һәм фараздар
Башҡорт халҡының ҡобайыры “Урал батыр”ҙа һәм башҡа халыҡтарҙың ауыҙ – тел ижадында, иҫке яҙма әҫәрҙәрҙә иҫкә алынған борон заманда ҡоро ерҙе һыу баҫыуының(Туфан ҡалҡыуҙың) сәбәптәре тураһында 20 – се быуаттың иң аҙағында, һәм 21 – се быуаттың тәүге 10 йыллығында ғына геология фәнендә ғәжәпләндергес яңылыҡтар мәғлүм булды. Был фәнни асыштар, белгестәр тарафынан әлегә йә теория, йә фараз(гипотеза) тип кенә баһаланыуға ҡарамаҫтан, “Урал батыр”ҙағы ваҡиғаларҙы тәбиғәт фәндәре ҡанундары күҙлегенән яңынан байҡау мөмкинлектәрен ифрат ныҡ киңәйтергә һәм шуның арҡаһында ҡобайырҙың йөкмәткеһен тәрәнерәк аңларға өр – яңы нигеҙҙәр барлыҡҡа килтерҙеләр.
Донъяны һыу баҫыуының сәбәптәрен хәбәребеҙгә ҡулайлаштырыу маҡсатында, ике төркөмгә бүлеү һүҙҙе ябайлата. Ләкин былай бүлеү бик шартлы ғына, сөнки был бик яңы фараз – теорияларҙың уртаҡ яҡтары ла байтаҡ:
а) Һыу баҫыу ваҡиғалары плейстоцендә – Ерҙәге ҙур боҙланыу дәүерендә – бынан сама менән 18000-12000 йыл тирәһе элегерәк ваҡыт араһында булған.
б) Шул осор Евразия һәм Төньяҡ Американың төньяғында боҙҙан торған дамба(быуа) барлыҡҡа килгән.
в) Шул сәбәпле Азияның да, Европаның да Төньяҡ боҙло океанға ҡойған йылғаларының тамаҡтары быуылған.
Беҙ бында 1-се модель буйынса һыу баҫыуы тигән ҡарашты аталы – уллы А.Н. һәм В.Н. Карнауховтар нигеҙләп яҡлайҙар (1999 й.). Улар иҫбатлауынса, әле аталған йылғаларҙың һыуы Донъя Океанына кире ҡойола алмауы сәбәпле Евразияның төньяғында ғәйәт ҙур майҙанлы сөсө(тоҙһоҙ) һыулы диңгеҙ барлыҡҡа килгән, тип фаразлана [1],[2],[3]. Ул ерҙе яйлап баҫҡан диңгеҙҙең майҙаны һәм тәрәнлеге тураһында аныҡ ҡына төплө фәнни мәғлүмәттәр әлегә юҡ; ләкин был бик ауыр мәсьәлә һанала, сөнки был һандар ул дәүерҙәге яуым – төшөм, һыуҙың быуға әйләнеп осоуы һ.б. тураһындағы иҫәпкә алыуы ҡыйын мәғлүмәттәргә ныҡ бәйле. Беҙҙең алып барасаҡ хәбәребеҙ өсөн шуныһы мөһим – ул диңгеҙ Уралды бер ваҡытта ла күммәгән[1], [2]. 1-се һүрәттәге картала шул сөсө һыулы диңгеҙҙә Урал тауҙарының утрау рәүешле “дүрт яғын диңгеҙ уратҡан” “бер урын” булып ҡалғаны асыҡ күренә [1], [4]. Ошо хәл, диңгеҙ бер сигенеп, бер тағы ла яйлап килеп баҫып, бынан 11640 йыл элегерәк ваҡытҡа тиклем дауам иткән[1]. (10-15 мең йыл элек, тип тә самалау бар [2]). Шул саҡта, Босфор – Дарданел проливтары йырылып киткәс, Урал тауҙарынан көнбайыштағы һәм көньяҡтағы тигеҙлектәр баҫҡан һыуҙан арнығандар, тип фаразлана[1]. Нәҡ ошо ваҡыттан башлап бөгөн дә дауам иткән Ерҙәге һуңғы йылы осор – Голоцен – башланған, тигән ҡараш әле хөкөм итә.
Үҙебеҙҙән шуны өҫтәп ҡуйырға мәжбүрбеҙ: картала(1-се һүрәт), ул бик эре масштабта булыуы сәбәпле, Урал тауҙары әйләнәһендәге һанһыҙ эреле-ваҡлы утрауҙар, ярымутрауҙар, ҡултыҡтар, тобалар һ.б. күренмәгәне аңлашыла. Ошо утрауҙар архипелагы менән уралған урында йәшәү тәжрибәһе ундағы Урал батыр ҡәүемен бөтә ҡоро ерҙе ҡапыл килеп баҫҡан ташҡын һыу һәләкәтендә имен ҡалырға ярҙам иткән. (Был турала алда ентекләп һүҙ буласаҡ).
Ҡобайырҙа әйтелгәнсә “Берҙә – бер көн бар ерҙә күк – күмгәк һыу эркелгән”, рәүештә башланған һыу баҫыу һәләкәтен(1380-1390 – сы юлдарҙан) беҙ бында 2-се модель, тип атайбыҙ. Ошо теорияға ярашлы Ерҙә һуңғы ҙур боҙланыу ваҡытында ҡоро ерҙе һыу баҫыуы күренештәре үтә дәһшәтле һәләкәт рәүешендә, ҙур емергес көскә эйә булған, тип фаразлана. Бының сәбәбе түбәндәгесә аңлатыла. Юғарыла күрһәтелгән Төньяҡ боҙло океан ярҙары өҫтөндә ятҡан боҙ дамба Скандинавия ярымутрауы, Шпицберген, Гренландия, Канаданың төньяғы араһындағы һыуҙы ла бөтөнләй быуып, шул океанды “ҡалған” Донъя океаны бассейнынан айырған.(Беринг проливын да боҙ быуған). Ошонан һуң Донъя океанынан быуға әйләнеп һауаға осҡан һыу Ерҙең Төньяҡ “түбәһендә” туплана башлаған. Шуның арҡаһында Ер шарының Төньяҡ полюсы тирәһендә – әлеге Төньяҡ боҙло океанда – һыу менән боҙ ҡатламының өҫкө кимәле янындағы ҡитғаларҙан бер километрҙан(!) юғарыраҡ күтәрелгән.(Ошо урында, ситкәрәк тайпылып булһа ла, уҡыусыға үҙебеҙҙән бер иҫкәрмә яһаһаҡ, артыҡ булмаҫ һымаҡ: Ер шарының диаметры яҡынса 12700 км самаһы, шуны 10 миллион тапҡыр бәләкәйләтһәк, 1,27 метр ҙурлығындағы глобус барлыҡҡа килә. Әйтәйек, Ер шарындағы полюс өҫтөндәге “түбәтәйҙең” ҡалынлығы ҡитғаларҙан 1÷2км юғарыраҡ торһа, был ошо глобуста 0,1-0,2мм ғына ҡалынлыҡ тәшкил итер ине. Уны үлсәмәй тороп, моғайын, күреп тә булмаясаҡ! Беҙҙең ҡарашҡа, килтерелгән сағыштырыу ошо теориялағы Ерҙең төньяҡ полюсы тирәһендәге тупланған боҙ менән һыуҙың ҡалынлығына ышанырға булышлыҡ итә һымаҡ). Иң яңы ошо фәнни ҡарашҡа ярашлы, ҡоро ерҙе һыу баҫыу осраҡтары – Туфан ҡалҡыуы – “океан быуаның” һыуы менән боҙо бик күбәйеп китеүе сәбәпле, һирәк – һаяҡ йә тегендә, йә бында йырылып китеп, һыуын боҙо менән бергә көньяҡҡа – Донъя Океанына табан – ағыҙып ебәреүе менән аңлатыла. Ул океандан сыҡҡан боҙло һыу ағымдары, бер нисә мең йылда бер тапҡыр ғына ҡабатланғанға күрә, был ваҡиғалар планета киңлегенә тиңләрлек ҡеүәткә эйә булғандар. Ошо, 2-се моделгә ярашлы ҡоро ерҙе һыу баҫыуы бик ҙур тиҙлектә аҡҡан ташҡын булған, тип фаразлана. Шул сәбәпле ул ағым һыу юлындағы тау таштарҙы кавитация күренештәре менән емергән һәм бик эре таш киҫәктәрен йөҙҙәрсә саҡырым йыраҡлыҡҡа алып китеп, ятҡырып ҡалдырған. Шулай итеп, төрлө урындарҙа осораған ғибрәт ҙур таштарҙы – әүәле уларҙы боҙланыу осорҙарында боҙ ҡатламы алып килгән, тип һанайҙар ине – яңы теорияны иҫбатлаусы дәлилдәр иҫәбенә керетергә кәрәк булып сыға[5]. (Ундай таштар Ишембай тирәһендә бар, был турала артабан һүҙ буласаҡ). Бында шуныһы ла ифрат мөһим – ул ташҡын һыу океандан сыҡҡанға күрә , ниндәйҙер кимәлдә тоҙло ла булырға тейешлеге аңлашыла, йәғни эсергә яраҡһыҙ диңгеҙ һыуынан торған.